+30 °С
Болотло


Финал шоуында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән: Өфөнән, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан, республика райондарынан 10 ҡыҙ ҡатнаша. Улар 50-нән ашыу ҡыҙ араһынан һайлап алынды, тип хәбәр итте «Башинформ»ға ойоштороусылар.
Финалда ҡатнашыусылар үҙҙәренең визит карточкалары менән таныштыра, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының яңы коллекцияһын күрһәтә, интеллектуаль турҙа ҡатнаша.
Конкурс «Мисс Рәсәй» милли конкурсының төбәк партнеры булып тора. Инеү ирекле.
16+