+28 °С
Болотло


«Кешеләр дәртләнеү өсөн энергетиктар эсә, әммә уларҙы ҡулланыу эҙһеҙ үтмәй. Ваҡыт уҙыу менән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм аш һеңдереү эшмәкәрлеге менән проблемалар башланыуы ихтимал. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, мәҙәниәт ойошмалары һәм спорт учреждениелары — кешеләрҙең йәшәү рәүешен билдәләй торған нормалар, ҡиммәттәр һәм ғәҙәттәр формалаштырыусы мөхит ул. Улар кешенең үҙ һаулығына аңлы мөнәсәбәте идеяһын трансляцияларға тейеш», — тине республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.