

Республикала айҙың беренсе аҙнаһында – өс, икенсеһендә дүрт ял көнө була (8 марттағы байрам 13 июнгә күсерелде).
Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова һүҙҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 6 һәм 12 июндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә икеләтә түләү ҡаралған.
Ғәҙәти график буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе ошо ял көндәрендә уларҙың яҙма ризалығы менән генә эшкә саҡырырға мөмкин. Был ваҡыт өсөн уларға икеләтә хеҙмәт хаҡы түләнә йәки ял бирелә.
Окладҡа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең июндә эш хаҡы кәмемәй, сөнки июнь айына билдәләнгән норманы улар үтәй, тип билдәләнеләр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Бынан алдараҡ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн льготалар тураһында һөйләнеләр.