Общие статьи
4 Апреля 2025, 04:36

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөләАлдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә
Фото:Галина Бахшиева

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14 градус.

4 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +5, +10 градус.

Шәмбе, 5 апрелдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +10, +15 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-03/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-dozhdlivaya-pogoda-4181942

Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"