Ведомствола билдәләүҙәренсә, былтыр республикаға ярҙамсы репродуктив технологияларға 2178 квота бүленгән, шул иҫәптән 1743 ЭКО процедураһына һәм 435 криокүсереү программаһына. Бер йылда көндөҙгө стационарҙа 829 ҡатын-ҡыҙ түлһеҙлектән дауаланған, 250-һе йөккә уҙған, был иһә ЭКО программаһының түлһеҙлектән яфаланған ғаиләләр өсөн мөһим булыуын һәм уның демография үҫешенә тос өлөш индереүен дәлилләй.
ЭКО программаһы Республика медицина-генетика үҙәгендә бойомға ашырыла, унда репродуктив медицина өлкәһендә яңы технологиялар әүҙем индерелә. Үҙәктә көндөҙгө стационар эшләй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған.