Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар , 11:02

Башҡортостанда Сармат һәм Айша исемле сабыйҙар тыуған

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк осрай торған исемдәр билдәле булды. Был турала ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.

Башҡортостанда Сармат һәм Айша исемле сабыйҙар тыуған
Башҡортостанда Сармат һәм Айша исемле сабыйҙар тыуған
Фото:Ксения Калинина

Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында үҙенсәлекле исемдәргә килгәндә, Дилиә, Мәликә, Рамина, Камилла һәм Айша. Малайҙар араһында иһә Сармат, Искәндәр, Альмир, Мөхәммәт һәм Данияр. 

Ата-әсәйҙәр ҡыҙҙарына йышыраҡ Әминә (6), Йәсминә (5), Эмилия, Мирослава (4-әр), Амелия (3), ә улдарына Артем (4), Эмир, Матвей, Әмир һәм Даниэль (3-әр) тигән исемдәр һайлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан теркәлгән никахтар һәм тыуым буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-09/v-bashkirii-rodilis-sarmat-i-aysha-4077574

Автор:Дарья Субботина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: