Конкурс Волга буйы федераль округы ҡалаларының 25 әһәмиәтле объекты араһында үткәрелде.
Онлайн тауыш биреүҙә 700 мең кеше ҡатнашты. Уларҙың күбеһе «Метеор» теплоходын һайлаған. Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле дүртенсе урынды биләй. Ҡазандың Игенселәр һарайы – икенсе, Һарытауҙың Волга йылғаһы аша тимер юл күпере өсөнсө урында.
Үҙәк банк һүҙҙәренсә, купюраға конкурстың барлыҡ йәки күпселек лидерҙары эләгергә мөмкин.
Яңы купюраның презентацияһы 2025 йылдың аҙағына билдәләнгән.
Яңыртылған 100 һәм 5000 һум әйләнешкә сыҡты ла инде. Рәсәй банкы 10, 50 һәм 500 һумлыҡ банкноталарҙы яңыртырға ниәтләй. Был аҡсалар өсөн символдар шулай уҡ эксперттар берләшмәһе ҡатнашлығында һәм тауыш биреү ярҙамында һайлап алына, тип белдерҙеләр Үҙәк банкта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек банк «дизайнды эшләп бөтөрөү» өсөн яңы 1000 һумлыҡ купюра сығарыуҙы туҡтатты. Унда Өфө объекты – сауҙагәр Елена Поносова-Моллоның йорто (хәҙер унда этнография музейы урынлашҡан) һәм Ҡазан кремле һүрәтләнгәйне. Һарайҙың сиркәүендә тәре төшөрөп ҡалдырылған. Православие активистары ризаһыҙлыҡ белдергәс, банкнотаның «һүрәтен» тулыһынса алмаштырырға хәл ителде.