Общие статьи
6 Ноября 2024, 07:43

Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе

Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Яңы йылға әҙерлек мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙеБашҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе
Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе

 Республика Башлығы чиновниктарҙы махсус хәрби операция барған осорҙа корпоративтарҙан баш тартырға, уларҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға саҡырҙы.

Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров балалар һәм ғаиләләр өсөн байрам ойоштороу: мотлаҡ рәүештә иртәлектәр үткәреү, төп шыршылар янында боҙ ҡаласыҡтары төҙөү (әйткәндәй, былтырғы кеүек Яңы йыл алдынан түгел, ә үҙ ваҡытында) кәрәклеген билдәләне. Һуңлауҙың берҙән-бер етди сәбәбе – йылы һауа торошо», тине ул.

Киләһе кәңәшмәгә республика Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына яңы йыл саралары буйынса материалдар әҙерләргә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-05/glava-bashkirii-rekomendoval-kollegam-prazdnovat-novyy-god-bez-izlishestv-3996718

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:"Башинформ"