Общие статьи
28 Октябрь 2024, 11:03

Республикабыҙ халҡы өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды.

Республикабыҙ халҡы өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башландыРеспубликабыҙ халҡы өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Республикабыҙ халҡы өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Дүшәмбе, 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан шәмбе, 2 ноябрҙә, аҙнаһына биш көн эшләгәндәр өсөн эш көнө була.

Ял һәм байрам көндәрен маҡсатлы файҙаланыу өсөн шәмбе 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбе, 30 апрелгә, күсерелде. Шуға Башҡортостан халҡы май байрамдарында 28 апрелдән 1 майға тиклем ял итте.

2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнергә тейеш. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/dlya-zhiteley-bashkirii-nachalas-shestidnevnaya-rabochaya-nedelya-3985999

Автор:Дарья Субботина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас