-6 °С
Болотло
Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона бюджеты тураһында» закон проектына аңлатмалы яҙмаһынан билдәле булды.
Документҡа ярашлы, 2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме (әсәлек отпускыһы 140 календарь көн булған осраҡта) 794 мең һум тәшкил итергә тейеш.
1 февралдән әсәлек капиталын 7,3% арттырыу планлаштырыла. Әгәр быға тиклем сертификат аҡсаһы тотонолмаһа, икенсе бала өсөн 893 мең һум түләнә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, хөкүмәт Дәүләт думаһына 2025-2027 йылдарға бюджет проектын индерҙе.