«Иң ихлас, эскерһеҙ кешеләр — ирекмәндәр. Улар — заманыбыҙҙың ысын геройҙары, тип һәр ваҡыт әйтә киләм. Ауыр һынауҙар төштө уларҙың өлөшөнә, ирекмәндәрһеҙ республикала һәм тотош илдә килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға алмаҫ инек», — тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Ике йыл буйына «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы штаб әүҙемселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн байтаҡ эш башҡара. Хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә, оло йәштәге туғандары менән ултыра, балаларҙы мәктәптән ҡаршы ала. Мөрәжәғәттәр күп, ике йыл эсендә штабтың ҡыҙыу элемтәһе 15 мең шылтыратыу ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәрҙең үҙ ғаиләһе, мәшәҡәте бар, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Штаб эшенең тағы бер мөһим йүнәлеше — хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам күрһәтеү. Волонтерҙар гуманитар йөк йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, ҡоро душтар, күстәнәстәр әҙерләй. Барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм».
Республика Башлығы ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға әҙерҙәр йәки ярҙамға мохтаждар өсөн контакттар менән уртаҡлашты.
Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының ҡыҙыу элемтәһе: 8-800-20 18 903, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем;
Муниципалитеттарҙа яуаплыларҙың адрестары һәм телефондары.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-26/glava-bashkirii-poblagodaril-volonterov-3946639