Общие статьи
3 Сентябрь 2024, 09:17

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылды

Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле указ 2 сентябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылдыБөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылды
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылды

Документ миҙал тураһында положениены, уның тасуирламаһын һәм һүрәтен раҫлай.

Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм үҙ теләге менән ялланғандар, тыл хеҙмәтсәндәре, гетто һәм концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған әсирҙәре, СССР Хәрби көстәренең хәрби формированиелары составында һуғышҡан сит ил дәүләттәре граждандары бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-02/uchrezhdena-yubileynaya-medal-k-80-letiyu-pobedy-v-velikoy-otechestvennoy-voyne-3908492

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас