Общие статьи
28 Август 2024, 11:32

Башҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика етәксеһен һайлау уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторолаБашҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола
Башҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторола

 Был көндәрҙә «Рәхмәт-2024» акцияһы барышында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы  8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

Акцияның бүләк фонды хайран ҡалдыра: ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар.

Быйыл көҙ ҡиммәтле бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыла. 6 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә, 7 сентябрҙә көндөҙгө 2-лә һәм киске 8-ҙә, 8 сентябрҙә көндөҙгө 2-лә.

Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.

Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.

13 сентябрҙә барлыҡ теркәлгән билеттар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында «Ҙур Рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнаша. Бүләктәр араһында  –  машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнеры  – «Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты»нан Өфөлә өс фатир уйнатыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-28/v-bashkirii-v-dni-vyborov-glavy-respubliki-sostoitsya-traditsionnaya-aktsiya-rahmat-3901242

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас