Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль , 12:25

Радий Хәбиров Күгәрсен районында тыуған зубр быҙауын күрһәтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт заказнигы биләмәһендә уйнаҡлап йөрөгән зубр менән видеояҙма һалған.

Радий Хәбиров Күгәрсен районында тыуған зубр быҙауын күрһәтте
Радий Хәбиров Күгәрсен районында тыуған зубр быҙауын күрһәтте

«Ә был беҙҙең яңы тыуған зубр, ул Күгәрсен районындағы фототоҙаҡҡа эләккән. Уға Башҡортостан урмандарында оҡшай, ахырыһы. Белорус-башҡорт зубрҙары тағы ла үрсер тип өмөтләнәбеҙ))», — тип яҙа республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға зубрҙарҙы тәүге тапҡыр былтыр май айында килтерҙеләр. Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү тураһында килешеүгә 2023 йылдың ғинуарында республика делегацияһының дуҫтарса мөнәсәбәттәге илгә сәфәре барышында өлгәшелде.

Республикабыҙҙа тормошҡа ашырылған зубрҙар үрсетеү тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа субъекттары ла үҙләштерергә ниәтләй. Һүҙ Ханты-Манси автономиялы округы һәм Урал аръяғы төбәктәре хаҡында бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-18/radiy-habirov-pokazal-zubrenka-iz-kugarchinskogo-rayona-3852886

Автор:Иван Вавилов
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: