Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2024, 12:02

Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы һәм ямғырлы була

Синоптиктар фаразынса, дүшәмбе, 15 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.

Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы һәм ямғырлы була
Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы һәм ямғырлы була
Фото:Ксения Калинина

Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы +22, +27°.

Шишәмбе, 16 июлдә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Төндә +13, +18°, көндөҙ  +20, +25°.

Шаршамбы, 17 июлдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ+22, +27°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-15/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-budet-teplo-i-dozhdlivo-3848326

Автор:Ксения Калинина
Автор:"Башинформ".
Читайте нас: