Общие статьи
12 Июль 2024, 17:20

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә тигән тәҡдим индерергә йыйына

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән. «Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Котяков. Хөкүмәт быйылғы ял көндәрен уҙған йылдың авгусында раҫланы. 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрамдар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килгәс, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерҙеләр. Шунан сығып, быйыл да яңы йыл алды көнө ял була.

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә тигән тәҡдим индерергә йыйынаРәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә тигән тәҡдим индерергә йыйына
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә тигән тәҡдим индерергә йыйына

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән.

«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Котяков.

Хөкүмәт быйылғы ял көндәрен уҙған йылдың авгусында раҫланы. 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрамдар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килгәс, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерҙеләр. Шунан сығып, быйыл да яңы йыл алды көнө ял була.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас