Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 17:35

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арттырылды

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге етәксеһе Лина Сарбаева Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуында 2024-2025 уҡыу йылында республика вуздарының барлыҡ йүнәлештәр буйынса 14 меңдән ашыу студентты бюджетҡа ҡабул итергә әҙер булыуы тураһында һөйләне. Былтыр был һан яҡынса 13,5 мең тәшкил иткән.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арттырылды
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арттырылды

Урта махсус уҡыу йорттарында 22 меңдән ашыу бюджет урыны асылған. Тура бәйләнеш ҡунағы әйтеүенсә, университет-колледждарға ҡабул итеү кампанияһы 25 июлгә һәм 15 авгусҡа тиклем бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2024 йылда берҙәм дәүләт имтиханында 147 эш иң юғары баһа алды (былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк), ә 11 сығарылыш уҡыусыһы бер үк ваҡытта ике фәндән 100 балл йыйҙы.

Әйткәндәй, республикабыҙҙа 2021 йылдан башлап берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған мәктәп тамамлаусыларға Башҡортостан Башлығының 150 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған премияһы булдырылды.

Автор:
Читайте нас: