+30 °С
Болотло
Өфөнән таңғы 7 тула 20 минутта осоп китә, Калининград аэропортына таңғы 6 тула 5 минутта төшә. Һәр аэропорт өсөн урындағы ваҡыт. Осош ваҡыты — 3 сәғәт 15 минут.
«Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн йәнә Калининградҡа тура рейстар асыу күптән көтөлгән ваҡиға булды, — тип билдәләне баш ҡала аэропортының коммерция директоры Денис Никитин. — Уҙған ике йылда Өфөнән илебеҙҙең көнбайышта урынлашҡан ҡалаларының береһенә икенсе самолетҡа күсеп ултырып ҡына осорға мөмкин ине».