Общие статьи
3 Июль 2024, 07:00

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылдыБашҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды
Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырылды

«Закон менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ул күп йыллыҡ намыҫлы эше һәм шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә бирелә».

Маҡтаулы исем биреү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәрергә булышлыҡ итер, йәмғиәттең дәүләт институттарына ышанысын нығытыр тип күҙ уңында тотола.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә «Атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемен булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас