Мәғариф өлкәһендә эшләп, артабан муниципаль дәүләт хеҙмәтендә яуаплы етәксе вазифаларын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡһа ла, Көнһылыу Ғәлиева бөгөн райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә.
Ул оло йәштәгеләрҙе компьютер белеменә лә өйрәтә, ветерандарға сәйәхәт тә ойоштора, Президент гранттары программаларында ла ҡатнашып, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырырға ла өлгөрә. Хәйриә ярҙамдары йыйыуҙа ла ҡатнаша. Шулай уҡ районда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары ла Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы етәкселегенән башҡа үтмәне.
– Әлеге ваҡытта үҙ тормошомдо – проекттан проектҡа, йәғни маҡсаттан яңы маҡсатҡа тиклем алып барылған осор, тип әйтә алам. Ул үҙем өсөн, йәки ғаиләм өсөн генә шәхси проект булыуы мөмкин, ләкин күпселек йәһәттән – йәмәғәт тормошо өсөн социаль әһәмиәтле. Билдәләнгән эште тамамлап, киләһе эшкә тотонам. Юғиһә пенсионерҙың тормошо мәғәнәһеҙгә әйләнә, – ти ул үҙе хаҡында.
Көнһылыу Ғәлиева 1954 йылдың 26 июнендә Мәсетле ауылында тыуып үҫкән. Өфөлә 1-се мәктәп-интернатын тамамлай. Мәсетле һәм Урмантау мәктәптәрендә математиканан уҡыта. 1973–1978 йылдарҙа БДУ-ның математика факультетында юғары белем ала. Малаяҙ мәктәп-интернатында эшләй. Һуңынан Салауат районы капиталь төҙөлөш бүлегенең проект-смета төркөмөндә инженер-сметасы була.
1989 йылдан 1995 йылға тиклем 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә математика һәм информатиканан белем бирә.
– Тәүге тапҡыр машина вариантында “Информатика һәм иҫәпләү техникаһы нигеҙҙәре” предметын уҡыттым. 8 эш урынына иҫәпләнгән “Корвет” компьютер класына райондың барлыҡ өлкән класс уҡыусылары йәлеп ителде. Ошо йылдар дауамында һәр мәктәптең 11-се кластарына белем бирҙем, информатика уҡытыусыларын предметтың практик нигеҙҙәренә өйрәттем, компьютерҙы үҙләштерергә ярҙам иттем, – тип эшләгән йылдарын хәтергә төшөрә ул.
Артабан Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы Капиталь төҙөлөш бүлегенең әйҙәүсе инженеры, район мәғариф бүлегендә математика һәм информатика буйынса методист, район Советында, район Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә баш белгес, бүлек начальнигы булып эшләй.
2003–2005 йылдарҙа – Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, 2006–2009 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы була. Шул рәттән алты йыл райондың ҡатын-ҡыҙҙар советына ла етәкселек итә.
Муниципаль хеҙмәттән пенсияға сыҡҡас, йәмәғәт башланғысындағы эшкә ныҡлап тотона. 2013 йылда райондың башҡа мәғариф ветерандары менән берлектә педагогик хеҙмәт ветерандары ойошмаһын аса. Уны аҙаҡ “Яҡтылыҡ” (“Свет”) педагогик хеҙмәт ветерандарының урындағы йәмәғәт ойошмаһы итеп рәсми теркәүгә ирешә. 2017–2020 йылдарҙа Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе була. 2018 йылдан 2021 йылға тиклем райондың йәмәғәт советын да етәкләй. Бына өсөнсө йыл инде Салауат районы ветерандар ойошмаһының рәйесе йәмәғәт вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, ул 2011 йылдан бирле ветерандарға автобус менән экскурсиялар ойоштора.
– “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” республика программаһы ярҙамында хәҙер был йәһәттән мөмкинлектәр артты. Быға тиклем таныш булмаған урындарға экскурсия үҙе бит ҡыҙыҡлы, сөнки кеше һәр ваҡыт яңылыҡ белергә ынтыла. Бөгөн ғүмере буйы сәйәхәт итергә ваҡыты булмаған йәштәштәремә билдәле урындар, туристик объекттар, музейҙар менән танышыу бүләк итә алыуыма бик шатмын.
Проекттарға килгәндә, 2020 йылдан һуң төрлө гранттар фондына 7-8 проект яҙҙым. Беренсе һәм уңышлы проект миңә хәҙерге йәмғиәттең мәғлүмәт-коммуникация ҡаҙаныштарына өлгөрмәгән өлкән быуын кешеләре өсөн даими эшләүсе компьютер мәктәбен ойоштороу тураһында күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе.
Салауат районының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороу тураһындағы хыялым бар. Ул да тормошҡа ашыр, тип ышанам. Был йүнәлештә Салауат районы энциклопедияһын сығарыу ҙур аҙым булды. Битараф булмаған кешеләр берләшмәһе, белгестәрҙең профессиональ ярҙамы менән беҙ район тарихын 800 биттә сағылдыра алдыҡ. Шуныһы яҡшы: район етәкселегендә ысын мәғәнәһендә Салауат еренең патриоттары бар.
Мин тормошта кәрәкле булыуымдан шатлыҡ табам, – ти Көнһылыу Ғәлиева.
Беҙ юбилярға иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, уға районыбыҙ мәнфәғәтендәге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, барлыҡ яҡшы уй-ниәттәре ғәмәлгә ашһын!
Айҙар Ноғаманов.
Юбилейың менән!
Кешеләргә булһын изгелекле,
Өммәтемә булһын сауап, тип,
Нәҙер әйткән, ахыры, инәкәйең,
Һин тыуғас та биләп аҡҡа, тим.
Ышаныс һәм өмөт юрағандыр,
Лайыҡлыһы булһын илгә, тип,
Ырыҫ, бәхет алып килһен, ҡыҙым,
Уй-теләге ашһын күккә, тип.
Ҙур өмөтөн аҡланың әсәйеңдең,
Ырамлы ла булды аҙымың,
Ҡаршылыҡтар һине ҡурҡытманы,
Оҙон юлда осрай улар ҙа.
Тормош һуҡмаҡтарын бергә үттең
Леонид уҙаман менән бер сафта.
Алтмыштағы кеүек, 70-еңде елеп, 80, 90-ыңды тултырып,
Йөҙ йәшеңдә шулай әүҙем булып,
Билең биштән быуып елеп үт.
Ышанысыбыҙҙы аҡларһың бит,
Ҙур бүләктәр, ҡотлау ҡабул ит!
Нурия Яруллина.