Общие статьи
8 Июнь 2024, 04:05

Зөлхизә айында ураҙа тотоғоҙ

Динебеҙҙә иң хөрмәтле,  изге һәм хәрәм айҙарҙың береһе — зөлхизә айы башлана. Был айҙа мосолмандар  исламдың биш терәгенән береһе булған хаж ғибәҙәтен үтәй, Ҡорбан ғәйетен байрам итә. Зөлхизә айының тәүге ун көнөн ураҙа тотоп үткәреү хәйерле, бер көн ураҙа өсөн бер йыллыҡ ураҙа сауабы яҙыла.

 «Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн Зөлхизә айының беренсе ун көнөнән дә яҡшыраҡ ваҡыт юҡ. Бер көнлөк ураҙа бер йыллыҡ ураҙаға тиң, ә төндә ҡылынған ғибәҙәт Ҡәҙер кисәһендә ҡылынған ғибәҙәткә тиң», – тип пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһиссәләмдең әйткәнен Тирмизи һәм Ибне Мәжәһ килтерә. Был ун төн тураһында Ҡөрьәндең «Фәжер» сүрәһендә лә әйтелә.

Ураҙаны зөлхизәнең беренсе туғыҙ көнөндә тоталар. Унынсы көнө иһә ислам динендәге ике ҙур байрамдарҙың береһе  булған Ҡорбан ғәйете. Пәйғәмбәребеҙ зөлхизә айының тәүге туғыҙ көнөндә, ғәшүрә көнөндә һәм һәр айҙың өс көнөндә ураҙа тотҡан. Был 10 көндөң һәр береһе өҫтөнлөктәр менән һуғарылған, оло сауаптар сығанағы.
     Был көндәрҙе ысын күңел менән тәүбә итеп ҡаршыларға кәрәк, тип нәсихәт бирә динебеҙ. Был — мосолмандың вазифаһы. Шуға ла уның  йомартлығынан күберәк файҙаланығыҙ, күберәк игелекле эштәр эшләгеҙ.  Күндәмлек тә, ғибәҙәт тә беҙҙе Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта, ә гонаһтар унан алыҫлаштырып, мәрхәмәт-шәфҡәтенән мәхрүм итә.  Шуға ла был көндәрҙә гонаһтарҙан бигерәк тә ныҡ һаҡланырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас