Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май , 09:10

Башҡорт теле фестивале үтә

1 июндә Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола.

Башҡорт теле фестивале үтә
Башҡорт теле фестивале үтә

1 июндә Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола.

Ул - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ғаилә фестивале.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана. Программала түбәндәге зоналарҙың эше ҡаралған:

- Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар зонаһы;

- Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы;

- Ата-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

- Милли уйындар;

- Башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар һәм китаптар;

- Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе.

«Тел лабораторияһы»ның бөтә зоналары бер тематикаға берләштерелгән, унда ойоштороусылар килгән ҡатнашыусылар менән бергә башҡорт телен төрлө тәжрибәләр аша өйрәнә. Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр, кескәй селтәр, балсыҡтан тәрилкәләр эшләү, кейеҙҙе ҡоро килеш баҫыу буйынса һәм башҡа төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Ата-әсәләр өсөн психолог һәм логопед лекциялары ойошторола. Был майҙансыҡтар Мостай Кәрим урамы яғынан ингән ерҙә һәм Амфитеатр (пианино торған майҙан) янында киске сәғәт 5-кә тиклем эшләй.

Киске сәғәт 17:00 оло сәхнәлә башҡорт эстрадаһының йәш артистары концерты үтә. Тимур Ямалов, RENA RNT һәм BURELAR төркөмө, Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмәғилев, 911th, BABY Ti, Raush, Айҙар Исхаҡов, Аlbiona & Марат Тaturas, Лилиә Сәғитова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар сығыш яһай.

Фестиваль майҙансыҡтарына инеү бушлай. Сара Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының башланғысы менән Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә. 

Автор:Лилия Рамазанова
Читайте нас: