Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель , 14:39

Республиканың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

Башҡортостандың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

Республиканың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды
Республиканың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

Бөгөн Республика клиник перинаталь үҙәгенең Дисциплинар-ара репродуктив медицина белгестәре ассоциацияһы версияһы буйынса «Волга буйы федераль округының акушер- гинекология профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы-2023» исеменә конкурста «IlI кимәлдәге иң яҡшы акушерлыҡ стационары» номинацияһында беренсе урын яулауы билдәле булды.

«Был бар командабыҙҙың эш һөҙөмтәһе», — тип ҡыуаныслы яңылыҡтары менән уртаҡлаштылар Республика клиник перинаталь үҙәгендә.

Номинанттарҙы 18 апрелдә IX «Рәсәйҙең репродуктив потенциалы: Ҡазан уҡыуҙары» Дөйөм Рәсәй конгресы барышында бүләкләйҙәр.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә перинаталь үҙәк табиптары 490 грамм ауырлыҡтағы сабыйҙы ҡотҡарған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-16/perinatalnyy-tsentr-bashkirii-priznan-odnim-iz-luchshih-v-rossii-3729357

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: