+30 °С
Болотло
2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып, деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең идеяларын бойомға ашырыу өсөн эшҡыуар ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә уйлай.