Шәмбе, 23 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, көньяҡта - 11, -16. Көндөҙ 0, +5 градус, Башҡортостандың таулы райондарында +10-ға тиклем.
Йәкшәмбе, 24 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12-гә тиклем. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10.
Республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева белдереүенсә, ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал, тип хәбәр иткәйне Башинформ. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар запастары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-27% күберәк.