Общие статьи
7 Март 2024, 04:48

7 мартта Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте бер сәғәткә ябыла

Өфө халҡын Шаҡша күперендә хәрәкәтте ваҡытлыса ябыу тураһында иҫкәрттеләр.

7 мартта Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте бер сәғәткә ябыла7 мартта Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте бер сәғәткә ябыла
7 мартта Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте бер сәғәткә ябыла
Фото:Өфө мэрияһы

Ҡала мэрияһы хәбәр итеүенсә, геодезия эштәренә бәйле 7 мартта сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем күперҙә ике йүнәлештә лә хәрәкәт ябыла.

Был ваҡытта экстрен хеҙмәттәрҙең (полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын һүндереүселәр, ашығыс ярҙам, авария) автомобилдәренә күперҙең бер һыҙатынан үтергә рөхсәт ителә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Шаҡша күперенең беренсе сираты буйынса хәрәкәт итеү июндә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-06/v-ufe-7-marta-na-odin-chas-zakroyut-dvizhenie-trnsporta-po-shakshinskomu-mostu-3671413

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас