Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 18:00

Республикала йәнә магнит дауылы көтөлә

Бөгөн һәм иртәгә, 12 һәм 13 февралдә, магнит дауылы көтөлә, уның күптәргә йоғонто яһауы ихтимал. gismeteo.ru мәғлүмәттәре буйынса, әле «бер аҙ тайпылыштар» күҙәтелә, ләкин кискә улар көсәйә. Белгестәр бындай осорҙа үҙеңә иғтибарлы булырға һәм мөһим эштәргә тотонмаҫҡа кәңәш бирә. Айырыуса был метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыла. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, бындай көндәрҙә метеоһиҙгер кешеләр баш, йөрәк ауыртыуға, хәлһеҙлеккә, йоҡо баҫыуға, арҡа һәм быуындар һыҙлауға, ҡан баҫымының күтәрелеүенә, хроник сирҙәрҙең аҙыуына зарлана.

Республикала йәнә магнит дауылы көтөлә
Республикала йәнә магнит дауылы көтөлә

Бөгөн һәм иртәгә, 12 һәм 13 февралдә, магнит дауылы көтөлә, уның күптәргә йоғонто яһауы ихтимал. gismeteo.ru мәғлүмәттәре буйынса, әле «бер аҙ тайпылыштар» күҙәтелә, ләкин кискә улар көсәйә. Белгестәр бындай осорҙа үҙеңә иғтибарлы булырға һәм мөһим эштәргә тотонмаҫҡа кәңәш бирә. Айырыуса был метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бындай көндәрҙә метеоһиҙгер кешеләр баш, йөрәк ауыртыуға, хәлһеҙлеккә, йоҡо баҫыуға, арҡа һәм быуындар һыҙлауға, ҡан баҫымының күтәрелеүенә, хроник сирҙәрҙең аҙыуына зарлана.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: