Общие статьи
9 Февраль 2024, 10:07

Бурысты һалым хеҙмәте сервистары аша тикшерергә мөмкин

Физик шәхестәр – фатирҙар, бүлмәләр, йорттар, транспорт саралары, гараждар һәм ер участкалары хужалары 2023 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса алынған һалым белдереүҙәре буйынса 2022 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләргә тейеш.

Бурысты һалым хеҙмәте сервистары аша тикшерергә мөмкинБурысты һалым хеҙмәте сервистары аша тикшерергә мөмкин
Бурысты һалым хеҙмәте сервистары аша тикшерергә мөмкин

1 декабрҙән һуң 2022 йыл өсөн иҫәпләнгән мөлкәт һалымдары суммаһы бурыс булып тора, һалым органдарында мәжбүри түләтеү процедураһын башлау хоҡуғы барлыҡҡа килә, ул һалым органы тарафынан түләү тураһында талапты ирекле түләү өсөн срокты күрһәтеп ебәреүҙән башлана.
Талап ителгән түләү ваҡыты тамамланғас, һалым органы судҡа процессуаль документ (суд приказы) сығарыу өсөн материалдар ебәрә, уны алғас, түләтеү һалым түләүсенең иҫәптәре асылған кредит ойошмаларына йүнәлтелә.
Бурысты түләүҙе һуҙыу бурыстың күләменә иҫәпләнгән пенялар, суд эштәрен ҡараған өсөн дәүләт пошлинаһы, шулай уҡ суд приставтарының башҡарма ғәмәлдәренән сығымдар (башҡарыу йыйымдары) суммаһын арттырыуға килтерә.
Был сараларҙы булдырмау маҡсатында Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең "Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет" интернет-сервистары һәм "Физик шәхестәр һалымдары" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында, “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы” аша йәки Күп функциялы үҙәктең, йәки Һалым инспекцияһының яҡындағы офисында бурыстың барлығын (булмауын) тикшерергә тәҡдим итәбеҙ.
Шулай уҡ һалым бурысы тураһында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм Контакт-үҙәге телефонының бушлай номеры буйынса белергә мөмкин : 8-800-222-22-22.
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең "Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет", "Һалым һәм пошлина түләү" интернет-сервистары, "Физик шәхестәр һалымдары" мобиль ҡушымтаһы, “Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр” порталы аша, шулай уҡ банк офистарында, банк ҡушымталарында һәм түләү терминалдарында бурсты түләргә мөмкин.
Рәсәй Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас