Әгәр 2023 йылда һалым түләүсе, мәҫәлән, милектең минималь срогынан аҙыраҡ булған күсемһеҙ милкен һатҡан, яҡын булмаған туғандарынан ҡиммәтле бүләктәр алған, лотереяла аҙ ғына сумма отҡан, мөлкәтен ҡуртымға биргән йәки сит ил сығанаҡтарынан килем алған осраҡта, килем тураһында отчет бирергә бурыслы.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе нотариустар, адвокат кабинеттарын асҡан адвокаттар һәм башҡа кешеләр килем тураһында декларация тапшырырға тейеш. Декларацияла иҫәпләнгән НДФЛ-ды 2024 йылдың 15 июленә тиклем түләргә кәрәк.
Һалым агенты НДФЛ тотоп ҡала алмаған килемде алғанда һәм унан НДФЛ түләгәндә һалымды тотоп ҡалыу мөмкинлеге (шул иҫәптән тотолмаған НДФЛ суммаһы) тураһында һалым органына хәбәр итмәгән осраҡта ғына ошондай килем хаҡында әйтергә кәрәк. Әгәр һалым агенты был бурысты үтәһә, һалым органы һалым тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрә, уның нигеҙендә 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңға ҡалмайынса НДФЛ түләргә кәрәк. Декларация тапшырыу һәм НДФЛ түләү ваҡытын боҙған өсөн һалым түләүсе штраф һәм пеня рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин. Декларация тапшырыуҙың һуңғы срогы – 2024 йылдың 2 майы.
Был ваҡыт һалым өсөн тотоп ҡалынған аҡсаны алыуға ҡағылмай. Декларацияны йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта тапшырырға мөмкин.
Шулай уҡ граждандарға, һалым органдарына 3-НДФЛ декларацияһы һәм раҫлаусы документтар ебәрмәйенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күсемһеҙ милек объекттарын һатып алыуға һәм ипотека буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдар суммаһында инвестиция һәм мөлкәт һалымдары ҡайтармаһы алыу мөмкинлеге бар, 2020 йылдың 1 ғинуарынан уларҙың быға хоҡуғы барлыҡҡа килде. Бынан тыш, 2024 йылдың 1 ғинуарынан алып тотонолған сығымдар буйынса граждандарға ла ябайлаштырылған тәртиптә НДФЛ буйынса һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин (дауалау, физкультура хеҙмәттәре, уҡыу, ғүмерҙе страховкалау һәм башҡалар өсөн).
Килемде декларациялау тәртибе һәм ҡайтарма ғаризаһы тураһында мәғлүмәтте 8 (800)-222-22-22 телефоны буйынса шылтыратып белергә мөмкин.
Рәсәй Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.