Бының өсөн программа сиктәрендә 102 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәшәү мөхитен тағы ла уңайлыраҡ итеү, 10 ауылда юлдарҙы ремонтлау, 1,3 меңгә яҡын белгесте ауылда эшләүгә һәм аграр продукцияны эшкәртеүгә йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу күҙаллана.
Документта программа сиктәрендә субсидиялар алыу ҡағиҙәләре, ауыл халҡына торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына сираттан тыш социаль түләүҙәр биреү тәртибе һәм ярҙам саралары тураһында әйтелә.
2023 йылдың башында Башҡортостанда ауыл халҡы 1,535 миллион кеше (республикала йәшәүселәрҙең 37,7%) тәшкил иткән. 2020 йылда 38,2% булған, 26 мең кешегә кәмегән. Ауыл халҡының күпселеге - 10 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән һәм социаль, транспорт, инженерлыҡ инфраструктураларын үҫтереү талап ителгән ҡасабаларҙа.
Башинформ хәбәр иткәнсә, һуңғы дүрт йылда республикала «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһының күләме 7,6 миллиард һум тәшкил иткән. Торлаҡ йорттар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән, юлдар, газ һәм һыу үткәргестәр һалынған.