Общие статьи
23 Ғинуар 2024, 11:20

Башҡортостан халҡы республика Башлығын яҡлап концерт ойошторорға теләй

Йома, 26 ғинуарҙа, Өфөнөң Телеүҙәк алдындағы майҙанында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты хуплап концерт ойошторола.

Башҡортостан халҡы республика Башлығын яҡлап концерт ойошторорға теләйБашҡортостан халҡы республика Башлығын яҡлап концерт ойошторорға теләй
Башҡортостан халҡы республика Башлығын яҡлап концерт ойошторорға теләй
Фото:Валерий Шахов

 Билдәле йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре шундай тәҡдим менән сыҡты. Концерттың төп идеяһы — республиканың берҙәмлеге, Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн сығыш яһаған Башҡортостан Башлығын яҡлау.

- Берҙәмлегебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы республика Башлығын һәм ул алып барған сәйәсәтте хуплауын белдерергә теләй. Был фекерҙәрҙе һәм мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү майҙансығына әүереләсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаты Салауат Хөсәйенов.

- Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт дуҫлыҡ һәм татыулыҡ яҡлы булды. Был – күп милләтле республикабыҙҙың төп ҡиммәттәре. Республика Башлығын хуплау йәһәтенән концерт Башҡортостан халҡының берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ынтылыуын тағы бер тапҡыр раҫлай, - тип билдәләне «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

— Яңғыҙыңа тотош республиканы күтәреүе бик ауыр. Яңыраҡ булып үткән хәл-ваҡиғаларҙан һуң етәксебеҙҙе — Башҡортостан Республикаһы Башлығын хуплау фарыз тигән ҡарарға килдек, шуға күрә концерт ойошторорға булдыҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев «Башинформ» агентлығына.

Концерт көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Концерт программаһында ҡатнашыусылар тураһында һуңғараҡ билдәле була, тип белдерҙе ойоштороусылар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-23/zhiteli-bashkortostana-hotyat-organizovat-kontsert-v-podderzhku-glavy-respubliki-3613803

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас