Общие статьи
10 Ғинуар 2024, 07:05

Минималь эш хаҡы арта

Ғинуарҙан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 22 мең һумдан ашасаҡ.

Минималь эш хаҡы артаМинималь эш хаҡы арта
Минималь эш хаҡы арта

 

Былтырғы менән сағыштырғанда 18,5 процентҡа күберәк. Төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер ул 22128 һум тәшкил итәсәк, йәғни унда урал коэффициенты иҫәпкә алынған.

Сағыштырыу өсөнү,  Рәсәй буйынса  ул 19242 һум тәшкил итә.

    Бынан тыш, йән башына йәшәү минимумы 8,7 процентҡа, йәки 13753 һумға тиклем артҡан. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 14991 һум, пенсионерҙар өсөн – 12530, балалар өсөн 13340 һум тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас