Общие статьи
28 Декабря 2023, 10:38

Башҡортостанда «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай аҙыҡ менән тәьмин итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Бөгөн Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылған.

Башҡортостанда «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәреБашҡортостанда «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Башҡортостанда «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Документтан күренеүенсә, үҙгәрештәр документтарҙы Дәүләт һәм төбәк хеҙмәттәре порталы аша тапшырыуҙы, шулай уҡ документтарҙы ҡарау ваҡытын 10 эш көнөнә тиклем ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, һөт кухняларын асыу тураһында ҡарар өс йыл элек Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ҡабул ителде. «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алырға хоҡуҡлылар исемлегенә 3 йәшкәсә балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән имеҙгән әсәләр һәм йөклө ҡатындар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре инә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-28/v-bashkirii-izmenili-poryadok-predostavleniya-molochnoy-kuhni-3585508

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас