Общие статьи
28 Декабрь 2023, 10:41

Башҡортостан буйынса Социаль фонд ғинуарҙа пенсия таратыу графигын хәбәр итте

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2024 йылдың ғинуарында пенсияны нисек таратыуҙарын хәбәр итте.

Башҡортостан буйынса Социаль фонд ғинуарҙа пенсия таратыу графигын хәбәр иттеБашҡортостан буйынса Социаль фонд ғинуарҙа пенсия таратыу графигын хәбәр итте
Башҡортостан буйынса Социаль фонд ғинуарҙа пенсия таратыу графигын хәбәр итте
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы

«Киләһе йылдың ғинуарында республикала пенсия ғәҙәти график буйынса таратыла: почта элемтәһе ойошмалары — 3 ғинуарҙан башлап; кредит ойошмалары иһә 2024 йылдың 12 ғинуарынан аҡса күсерә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика буйынса Социаль фонд бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылда Рәсәйҙә пенсияны этаплап арттырыу планлаштырыла. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/sotsfond-po-bashkirii-soobschil-grafik-dostavki-pensiy-v-yanvare-3584368

Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас