Общие статьи
21 Декабрь 2023, 05:31

Яңы йылға бурысһыҙ инәйек

2023 йылдың 1 декабрендә йорто, ер участкаһы, транспорты булған граждандарға 2022 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү ваҡыты уҙҙы.

Яңы йылға бурысһыҙ инәйекЯңы йылға бурысһыҙ инәйек
Яңы йылға бурысһыҙ инәйек

Ошо датанан һуң ваҡытында түләнмәгән һалым бурысҡа әйләнә, уға көн һайын пеня өҫтәлә. Пеня көн һайын, шул иҫәптән ял көндәрендә лә үҫә. Шулай уҡ һалым органы йыйымдар, пенялар, штрафтар, проценттар түләү тураһында талаптар ебәрә.
Талап буйынса түләмәү судҡа мәжбүри рәүештә һалым түләтеү тураһында ғариза биреүгә килтерә.
Һалымдар буйынса бурыстың булыу-булмауы тураһында мәғлүмәтте халыҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең "Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет" интернет-сервисы һәм "Физик шәхестәр һалымдары" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы йәки яҡындағы Күп функциялы үҙәк, йә иһә һалым инспекцияһы офисы аша ала. Һалым бурысы булыу-булмауы тураһында Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм Контакт үҙәге 8-800-222-22-22 телефоны буйынса бушлай шылтыратып белергә мөмкин.
Бурысты өйҙән сыҡмайынса түләргә мөмкин:
- "Физик берәмектәр һалымы" мобиль ҡушымтаһын файҙаланып;
- "Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты" сервисы аша;
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында. "Һалым һәм пошлиналар түләү" сервисын ҡулланып, түләү йөкләмәһен үҙаллы алырға мөмкин.
Һалымдарҙы ваҡытында түләмәгәндә бурыслының эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән аҡсаһын тотоп ҡалыуҙары; банк иҫәптәрен ябыуҙары, транспорт сараларын тартып алыуҙары, сит илгә сығыуҙы тыйыуҙары, дәүләт пошлинаһы һәм башҡарыу йыйымы рәүешендә суд сығымдарын түләттереүҙәре ихтимал.
Мөлкәт һалымдарын түләү бурысын үтәргә һәм Яңы йылға бурысһыҙ инергә тәҡдим итәбеҙ!
Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас