

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ епшек ҡар яуыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Урыны менән тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, урыны менән ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.
Шишәмбе, 5 декабрҙә, республикала төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – -7,-12 градус, көньяҡта -2 градусҡаса һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ -5, -10 градус, көньяҡта 0-гә тиклем.
Шаршамбы, 6 декабрҙә, төбәктә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, урыны менән 23 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа -11, -16 градус буласаҡ.