Общие статьи
29 Ноябрь 2023, 07:53

Башҡортостанда 2700-ҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар арта бара. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы тәүлектә 208 кешелә вирус раҫланған. Ә кисә 200 сирле теркәлгәйне.

Башҡортостанда 2700-ҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләйБашҡортостанда 2700-ҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй
Башҡортостанда 2700-ҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй

Әлеге ваҡытта 218 пациент стационарҙа дауалана (шул иҫәптән 109-ы - 60 йәште уҙған). Ә 2486 сирле өй шарттарында дауалана (шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 1039 кеше). Шулай итеп, Башҡортостанда 2704 кеше коронавмрус менән ауырый.

Уҙған тәүлектә вирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән, 10 кеше һауығып сыҡҡан.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас