Общие статьи
10 Ноябрь 2023, 10:00

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар арта

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар көндән-көн арта. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған тәүлектә 125 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 375 328 кеше сирләгән.

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар артаБашҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар арта
Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар арта

Әлеге ваҡытта 150 пациент стационарҙа дауалана, шуларҙың 80-е – 60 йәште уҙған. Ә 1416 сирле өй шарттарында дауалана.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Роспотребнадзор башлығы Анна Попова был миҙгелдә коронавирустан вакцинация талап ителмәүен белдерҙе.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-10/bash-ortostanda-koronavirus-men-n-auyryusylar-arta-3515209 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас