+28 °С
Болотло


Әлеге ваҡытта 109 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 58-е — оло йәштәге пациенттар. Ә 1022 ауырыу, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 498 кеше өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә 40 кеше һауығып сыҡҡан.
Пандемия башланғандан алып 6109 кеше мәкерле сир ҡорбаны булған. Тәүлек эсендә ковид бер кешенең ғүмерен өҙгән.