

«Махсус хәрби операцияның мәжбүри сара булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Дошмандарҙы юҡҡа сығарырға, беҙҙең илгә яҡын ебәрмәҫкә тырышабыҙ. Иң мѳһиме, тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ. Батыр яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!
Республикабыҙ өсөн бөгөнгө мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Илебеҙ күге - аяҙ, уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, ныҡлы булһын, ә халҡы үҙ-ара дуҫ татыу йәшәһен! Шул саҡта ғына беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы, яҡты буласаҡ. Шуға ла бөгөн берҙәм булып, үҙ тауышыбыҙҙы лайыҡлы кандидаттар өсөн бирәйек!” - тине яугир яҡташыбыҙ.
Наилә Имаева.
Гөлнара Шәйхинурова фотолары.