Общие статьи
23 Август 2023, 12:00

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды

 18 августа  «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенең манараһын ҡуйҙылар. Емерелгән көмбәҙҙе йүнәтеү өсөн республика мосолмандары Диниә назараты Волгодонск ҡалаһынан «Грант» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөгән. Предприятие конструкцияның өҫкө өлөшөн эшләгән. Манара көмбәҙе башня краны ярҙамында ҡуйылған.

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылдыӨфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды
Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды

«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, 13 мартта көслө дауылда төҙөлөп ятҡан мәсеттең бер көмбәҙе емерелеп төштө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, манараны төҙөгән саҡта инженер хатаһы киткән.

 

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер ай эсендә бөтә төҙөлөш документацияһын күтәрергә һәм өйрәнергә, объекттың торошон баһаларға һәм уны төҙөү мәсьәләһе буйынса оператив штаб булдырырға ҡушҡайны.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас