Общие статьи
4 Августа 2023, 10:40

«Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһе үтә

29 августа Өфө ҡалаһында «Торатау» конгресс-холының беренсе ҡатында 10:00-17.00 сәғәттәрҙә йәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһен үткәрелә.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә йәш граждандарҙың хеҙмәт башланғысын дәртләндереү, йәштәрҙең даими һәм ваҡытлыса мәшғүллеген тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһында эшһеҙлек кимәлен кәметеү маҡсатында уҙғарыла.

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге, «Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы, «Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы, «Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге», «Өфө ирекмәндәре ассоциацияһы» муниципаль бюджет учреждениеһы, «Рәсәй Студенттар отряды» йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ҡаланың ҙур предприятиелары йәштәр менән эш йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт менән таныштырасаҡ.

Йәрминкә барышында ҡатнашыусыларға төрлө һөнәри йүнәлеш саралары тәҡдим ителәсәк:

- һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре;

- эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү, профпробалар;

- иң яҡшы карьера консультанттарынан консультациялар.

Шулай уҡ йәрминкә сиктәрендә йәштәрҙең шәхси һәм профессиональ потенциалын үҫтереү маҡсатында уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың һәм йәш граждандарҙың көнүҙәк проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәлдәр» планлаштырылған.

Автор:
Читайте нас