

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында Салауат районында булды. Ул башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынына барҙы. Бында, ЮНЕСКО-ның “Янғантау” геопаркы биләмәһендә, “Салауат ере” тарихи-мемориаль парк төҙөләсәк. Комплекстың дөйөм майҙаны – яҡынса 4,5 гектар. Унда юлдар, күҙәтеү майҙансыҡтары, беседкалар, эскәмйәләр, яҡтыртыу, тамашасылар өсөн амфитеатр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналар булдырыласаҡ.
“Янғантау” геопаркы директоры Айрат Ғәлиев һөйләүенсә, төҙөлөш эштәре башланған. Паркты 2024 йылға тиклем төҙөп бөтөү планлаштырыла.
– Кешеләр бында үҙҙәре килә. Бында, асылда, тик урыны ғына ҡалған. Элек ҡаҙыныуҙар булған, билдәле бер артефакттар табылған. Профессор Мәжитов та ошо эш менән шөғөлләнгән. Беҙҙең бурыс ниндәй? Эксперттарҙың баһалауынса, бында йыл һайын 15-17 мең кеше килә. Шуға күрә беҙгә бында юл һалырға һәм, әлбиттә, Салауат Юлаевтың тормош этаптары менән бәйле объекттар төҙөргә кәрәк: бала сағы, өлкән осоро, уның кисерештәре, Тыуған илен һағыныуы. Дөйөм алғанда, был матурлыҡҡа бик һаҡ ҡына ҡағылып, ғаиләбеҙ менән килеү мөмкинлеген булдырабыҙ: фотоға төшөү, шул мөхиткә сумыу, шул уҡ ваҡытта милли геройыбыҙҙың тормошоноң ниндәйҙер этаптарын ҡарау, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров “Башинформ”ға.
Башҡортостан Башлығы инвалидтар араһында үткән “Йүрүҙән – 2023” Бөтә Рәсәй туристик фестивале майҙанына ла килде. Йыл һайын Салауат районында ойошторолған мәртәбәле сара Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһындағы Йүрүҙән буйындағы яланда бара. Унда Мурманск, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Татарстан республикаһы, Пермь крайы, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Салауат, Ҡыйғы райондары, Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы командалары сығыш яһай.
Радий Хәбиров спортсыларҙың ҡаяға үрмәләүен ҡараны, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары команда ағзалары менән аралашты. Башҡортостан Башлығы Салауат районы инвалидтар йәмғиәте рәйесе, район командаһы етәксеһе Миннислам Вахитов менән дә әңгәмәләште. Радий Фәрит улы көслө рухлы спортсыларға рәхмәт белдереп, уларға уңыштар теләне. Спорт-туристик фестиваль 18 июлгә тиклем дауам итә.
Автор һәм "Башинформ" агентлығы фотолары.