+24 °С
Дождь


«Башинформ» май айында Башҡортостанға тәүге туғыҙ зубр килтереүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһенә ебәрҙеләр. Әйткәндәй, инә зубрҙарҙың береһе быуаҙ. Башҡортостанда тыуған беренсе зубрға Башкиренок тигән исем бирергә тәҡдим итәләр.