Общие статьи
22 Июня 2023, 11:30

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау көнөн билдәләне

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сираттағы ултырышта етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙы 2023 йылдың 10 сентябренә тәғәйенләне. Был хаҡта Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында хәбәр ителә.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау көнөн билдәләнеРеспубликаның Үҙәк һайлау комиссияһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау көнөн билдәләне
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау көнөн билдәләне

Дәүләт Йыйылышы биш йылға һайлана һәм 110 депутаттан тора. 55 депутат – бер мандатлы һайлау округтары (бер округ – бер депутат), ҡалған 55 депутат берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана ала.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессияның һуңғы ултырышында ниндәй мәсьәләләрҙе ҡарарға йыйыныуын хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас