Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2023, 09:05

Башҡортостанда 14 фермер 95,2 миллион һумлыҡ грант алды

Башҡортостандың 14 фермеры ғаилә фермаларын үҫтереү өсөн грантҡа эйә булды. Уларға 1,5-19 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 95,2 миллион һум, тип хәбәр итте Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостанда 14 фермер 95,2 миллион һумлыҡ грант алды
Башҡортостанда 14 фермер 95,2 миллион һумлыҡ грант алды

«Был грантты республикабыҙҙың төрлө райондарынан фермер хужалыҡтары алды. Башлыса «Ғаилә фермаһы» конкурсында ҡатнашыусылар — хужалыҡтарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған, яңы технологияларҙы, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштергән эшҡыуарҙар. Дәүләт ярҙамы уларға уй-ниәттәрен тиҙерәк тормошҡа ашырырға ярҙам итһә, республика аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттыра. Фермерҙарыбыҙ республиканы туйындыра, беҙ уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан премьеры.

Башҡортостандың ауыл эшҡыуарҙары яңы эш башлаған фермерҙар өсөн «Агростартап», шулай уҡ «Агротуризм», ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү программалары сиктәрендә дәүләт ярҙамынан файҙаланырға мөмкин.

Ярҙам программаларында ҡатнашыу өсөн ғариза бында.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: