Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2023, 12:15

Синоптиктар июнь айына һауа торошон хәбәр итте

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндә Башҡортостанда йылы булыуы көтөлә. Уртаса айлыҡ һауа температураһы норманан 1° юғарыраҡ (уртаса айлыҡ температура нормаһы +17,4°), айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы (норма 50-70 мм) булыр тип фаразлана.

Синоптиктар  июнь айына һауа торошон хәбәр итте
Синоптиктар июнь айына һауа торошон хәбәр итте

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, йома, 2 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +24,+29°, көньяҡта +33° тиклем.

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 3 һәм 4 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +13,+18°, төньяҡ-көнбайышта +8°, көндөҙ +22,+27°, көньяҡта +32°.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: