Общие статьи
2 Июня 2023, 12:05

Бөгөндән Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә

Бөгөндән Башҡортостанда ҙур йөк машиналары хәрәкәте өсөн йәйге сикләү ғәмәлгә инде, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөндән Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнәБөгөндән Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә
Бөгөндән Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә

«Көндөҙ һауа температураһы +32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк ташыған транспортҡа төбәк һәм муниципаль- ара юлдар буйлап хәрәкәт итеү тыйыла», — тип иҫкә төшөрҙө министр.

Сикләү иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем генә ғәмәлдә. Төндә йөк машиналары хәрәкәтен дауам итергә мөмкин. 

Республикала бындай машиналар өсөн йәйге сикләү 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. 

Автор:"Башинформ"