

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, яҙҙың һуңғы көнөндә, 31 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, урыны менән +10. Көндөҙ +27, +32 градус.
Йәйҙең тәүге көнөндә, 1 июндә, республикала урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +16,+21 градус, көндөҙ +27,+32.
2 июндә лә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +16, +21 градус, көндөҙ +27, +32, төньяҡ-көнбайышта +22 градус.