Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2023, 16:00

Башҡортостан Башлығы аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 майҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала янғындарға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты
Башҡортостан Башлығы аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты
«Көндәр ныҡ эҫе тора. Тирә-яҡ ҡоп-ҡоро. Янғындарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ҡайҙалыр ут сыға икән, бөтә көстәрҙе йүнәлтегеҙ. Барыһын да ваҡытында эшләйбеҙ», — тип йөкләмә бирҙе республика етәксеһе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына.

«Башинформ» уҙған тәүлектә Башҡортостанда, Белорет, Мәсетле һәм Краснокама райондарында, 38 гектар майҙанда туғыҙ урман янғыны сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Белорет районында урман һаман яна. Бынан тыш, бер тәүлектә генә дөйөм 18 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 24 осрағы теркәлгән. Ут һүндерелгән, ауылдарға хәүеф янамай.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-29/bash-ortostan-bashly-y-anomal-e-el-yan-yndar-a-yul-uyma-a-ushty-3279162 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: